Цветовая схема
C C C C
Шрифт
Arial Times New Roman
Размер шрифта
A A A
Кернинг
1 2 3
Изображения
  • 450010, г. Уфа, ул. Союзная, 37
  • 8 (347) 278-09-10
  • UFA.RKVD1@doctorrb.ru

О диспансере

ҠЫҘЫҠ, ҠЫҘҒАНЫС, ФАЖИҒА ... , ЙӘҒНИ ҮКЕНЕРЛЕК БУЛМАҺЫН ТИҺӘҢ

27 декабря 2022 02:12

Количество просмотров: 136

РЕСПУБЛИКА ТИРЕ-ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ

ҠЫҘЫҠ, ҠЫҘҒАНЫС, ФАЖИҒА ... , ЙӘҒНИ
ҮКЕНЕРЛЕК БУЛМАҺЫН ТИҺӘҢ

Ҡайһы саҡта спиртлы шыйыҡса эсеүҙе генә лә, “капитализм”, “табакизм” һүҙҙәре кеүек, алкоголизм тип баһалайҙар. Иҫерткес эсемлектәр һатыу бөтөнләй тыйылһа, һәйбәт булыр ине лә, әммә йәмғиәттә араҡы эсеү хәҙер йолаға әйләнгән төҫлө, әйтерһең дә “алкоголизм” үҙе бер фәлсәфәүи тәғлимәт. Традиция булып күренгән насар ғәҙәттәрҙән арыныуы бик ауыр. Тәмәке тартыу, мәҫәлән, индеецтарҙың бер йолаһы булараҡ башланып китә. Ә бөгөнгө көндә иһә гүзәл заттарыбыҙҙың бер өлөшө һаман үҙҙәрен боронғо кешеләр дәрәжәһендә тота, тәмәке тарта, араҡы эсә. Аҡылы ҡыҫҡа булған кешегә наркотиктарға бәйлелек тә өҫтәлә.

Эскеселек һуҡмағына баҫҡанын һәм алкоголикка әйләнгәнлеген кеше үҙе лә һиҙмәй. Табиптар алкоголизм сирен 3 дәүергә бүлә бүлеүен, әммә кисә беренсе стадия ине, ә бөгөн – икенсеһе, тип, бер нарколог та әйтә алмай. Беренсе стадияла торған эскесе араҡыһыҙ йәшәй алмағанлығын төрлө сәбәптәр артына йәшерә. Уның араҡыға ынтылышын ситтән күҙәтеп кенә белеп була. Бындай кеше “араҡылы” табын аштарын ярата. Уның шешә эргәһендә танышҡан дуҫтары ла күп була; осрашыу ғәҙәттә йә араҡы эсеүҙән башлана, йә шешә артында тамамлана. Ваҡыт үткәс бындай кеше намыҫын юғалта, араҡы эселгән ерҙә йыш күренә башлай, ул Хоҙайҙан ҡурҡмай, Аллаға ышанмай. Намыҫһыҙлыҡ был осраҡта алкоголизм сиренең билдәһе булһа ла, быны холҡо үҙгәрҙе тип кенә уйлайҙар.

Халыҡ араһында бындай әҙәмдәргә ҡарата бер-береһенә ҡаршылыҡлы ике фекер йөрөй: береһе – кеше араҡыһыҙ тора алмағас, уны йәлләү, икенсеһе – үҙен эсеүҙән тыя алмағас, уға нәфрәт белдереү. Аңлашыла ки, эскесе йәлләгән яҡҡа ҡайыра һәм шул сәбәпле үҙенә тағын эсеү яйын таба. Спиртлы эсемлектәр бер кемде лә айырып тормай, барыһын да бер төрлө итә. Түрәме ул, ябай эшсеме, ғалиммы ул, наҙанмы – барһы ла бер төҫлө эскесегә әйләнеп юҡҡа сыға. Ҡунаҡ өҫтәлен спиртлы эсемлекһеҙ күрә алмағандар, белеп эсәргә кәрәк, тигән булалар. Нимәне белеү кәрәк һуң был осраҡта?

СПИРТЛЫ ШЫЙЫҠСАНЫ ҺАЙЛАП ЭСЕҮ КӘРӘКМЕ? Һыра һәм шарап эсеп кенә лә алкоголик булалар. “Ҡатырағы”нан йәки түбән сифатлыһынан (самогондан-көмөшкәнән) әҙәм иртәрәк юҡҡа сыға-сығыуын.

“ДОЗАҺЫН” БЕЛЕП ЭСЕҮ БАРМЫ? Бөтәһе лә башта аҙ эсә. Һуңынан кеше күп эсеп тә тиҙ генә иҫереп бармай. Ҡайһы бер алкоголик бер литр араҡы эсеп тә йығылмай, йоҡлап та китмәй. Уның әле һүҙе ни тора – “доза”, яҙып бирелгән дарыу тип уйларһың, биллаһи.

КЕМ МЕНӘН БЕРГӘ ЭСКӘНЕҢДЕ БЕЛЕП ЭСЕҮ ДӨРӨҪМӨ? Кем менән эскәндә лә, ул – ни бары шешәләш кенә. Бындай дуҫлыҡтың төбө һай.

БАЙРАМ ХӨРМӘТЕНӘ ЭСЕҮ ДӨРӨҪМӨ? “Алкаш” тип уйламаһындар өсөн эскесе бөтә байрамды ла хөрмәт итә. Уға “аҡтар” еңһә лә байрам, “ҡыҙылдар” еңгәндә лә. Еңелгән кеше менән ултырһа, уның ҡайғыһын уртаҡлашып булһа ла үҙенә байрам яһай.

ҠАЙҒЫНАН ЭСЕҮ ДӨРӨҪМӨ? Врач рецебынан тыш, ҡайғынан араҡы эскән кешене бик һирәк осраҡта аңларға ла була шикелле. Алкоголизм менән сирләүсегә иң ҙур ҡайғы – араҡы юҡлыҡ, ә башҡа ауырлыҡтар иһә икенсе урында тора. Ҡайғынан эсеүҙе алкоголик яҡшы йола итеп һанай, шуға ла уға асыуланыусы ла күп булмай.

АШАП ЭСЕҮ ДӨРӨҪМӨ? Ашап эскән кеше аҙыраҡ иҫерә, әммә норманан тыш күберәк ашай. Спирт та энергия, аш та артығы менән энергия, һөҙөмтәлә кеше һимерә. Унан һимеҙ әҙәмде иҫертеү өсөн араҡы тағы ла күбрәк кәрәк була. Тиҫбе тартҡандағыса 99 сауап түгел, ә 99 сир йыйылып килә уға. Рәсми рәүештә алкоголик тип иҫәпләнмәһә лә, бындай кешеләрҙең береһе лә сәләмәт түгел.

ТРАДИЦИЯ ТИП ЭСЕҮ ДӨРӨҪМӨ? Мосолмандарҙа араҡы эсмәү тәртибе бар. Ислам дине вәкилдәре мең йылдан артыҡ араҡы эсмәгәнгә, бөгөнгө көндә улар алкоголизмға тиҙерәк бирешәләр. Араҡы һәр осраҡта ла кешенең зиһенен еңә, кеше хатта дини йолаларҙан да баш тарта.

СӘЛӘМӘТЛЕК ӨСӨН ЭСЕҮ ДӨРӨҪМӨ? Сиргә дарыу булһа, уны шешәләп эсмәҫтәр ине. Беҙ шешәләп эселгән дарыуҙы белмәйбеҙ. Икешәр сәй ҡалағы шарап, араҡы, һыра эскәндә файҙаһы булыуы мөмкин. Был осраҡта ла әле табип менән кәңәшләшеп торорға кәрәк.

ӘЛЛӘ ЭСЕҮ ӨЛКӘНДӘРГӘ ГЕНӘ КӘРӘК МИКӘН? Иҫереү өсөн спиртлы эсемлек бер кемгә лә кәрәкмәй. Күҙәтеүгә ҡарағанда, йәштән эсә башлағандар ҡыҫҡараҡ ваҡыт эсендә алкоголикка әйләнә. Ә 30-40 йәштәрҙәге кешенең башындағы мейеһе тормош тәжрибәһе йә иһә белем менән тулған була, бындайҙы “шешә эсе”нә тығыуы ауырыраҡ. Ул инде эсһә лә зарары күп икәнлеген аңлап эсә. Йыш һәм күп эскән осраҡта өлкән кеше 60-80 йәшендә лә алкоголикка әйләнергә мөмкин.

Башҡа һорауҙар биреп йөҙәтмәйбеҙ. Араҡы эсеүҙең аҙағы насар бөткәнен барыһы ла белә. Эскән әҙәмдең бәхете лә бик ҡыҫҡара: һуңғы стадияға еткәндә ул каталажкала ултырамы, төрмәләме, был доньяламы, тегеһендәме, уға барыбер, тик эсәргә генә булһын.

“Ниңә һаталар һуң араҡыны?” тигән һорауға яуап бирәбеҙ. Уны араҡыһыҙ тора алмаған бәндәләргә тип һаталар. Һеҙ уныһыҙ йәшәй алаһығыҙ икән, мең бәхетле булырһығыҙ. Һау-сәләмәт балалар табырһығыҙ, улар һеҙҙе ташлап китмәҫ, эштән ҡыумаҫтар, полиция һәм врач кабинеттарынан йыраҡ булырһығыҙ. Беҙ, табип булараҡ, был хәлде алдан әйтеп ҡуйырға бурыслыбыҙ. Бойондороҡһоҙ рәүештә юл һайлау үҙе генә лә ҙур бәхет тә, ләкин ике юлдың араҡыһыҙы шикһеҙ гүзәл.

Югары категориялы табиптар:
Хәйҙәр Марат Мансур улы,
Хәйҙәр Нәсимә Талип ҡыҙы.
Өфө. 2022 йыл

Картинка: freepik.com